+1 °С
Ясна
Милли проекттар
1 Июль 2022, 05:50

Байрам – яңы урында

Салауат ҡалаһында Ағиҙел яры буйында реконструкция эштәре бара. Йәштәр көнөндә бында бар халыҡ бергә йыйылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам – яңы урындаБайрам – яңы урында
Байрам – яңы урында

Салауат ҡалаһында Ағиҙел яры буйында реконструкция эштәре бара. Йәштәр көнөндә бында бар халыҡ бергә йыйылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Реконструкцияның тәүге ике этабы тамам. Бында башҡараһы эштәр бар әле, шулай ҙа яр буйы ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнеп тә өлгөргән. Йәштәр көнө айҡанлы саралар ҙа тап ошонда үтте, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сәхнә баскетбол майҙансығында ойошторола. Йәштәр хәрәкәттәре һәм ойошмаларында әүҙем шөғөлләнгәндәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Йәштәр өсөн White smoke, “5 июль” төркөмө, ИРДАН, артистар һәм үҙешмәкәрҙәр сығыш яһай, бер үк ваҡытта спорт һәм ижади майҙансыҡтар эшләй.

Яр буйына алты мең самаһы кеше йыйыла. Пляж футболы, волейбол, өҫтәл теннисы, йога, велоквест – һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба. Барыһы ла байрамдан күтәренке кәйеф менән тарала.

Реконструкция эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бара.

Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Байрам – яңы урында
Байрам – яңы урында
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас