+14 °С
Ясна
25 июндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Кәсептәр фестивале” үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Кәсептәр фестивале – халыҡ кәсептәрен, мәҙәниәтен яратҡандар, үҙ оҫталығын күрһәтергә теләгәндәр өсөн уникаль майҙансыҡ ул, – ти Стәрлетамаҡ үҙәк китапхана системаһы директоры Елена Калюжная.
Ҡаланың үҙәк китапхана системаһы “АРТ-ЛАБ” оҫтаханаһына саҡыра. Бында оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн халыҡ уйындары, экскурсиялар, ҡул эштәре күргәҙмәһе, ижади дәрестәр ойошторолоуы көтөлә, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табыр, ти ойоштороусылар.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.