

Юл төҙөүселәр йыш ҡына ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән килешеп эшләй. Был, әйтәйек, йылылыҡ селтәре төҙөгәндә әле генә ремонтланған юлды емерергә тура килмәһен өсөн башҡарыла.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юл селтәрен йүнәтеү эштәре дауам итә. Быйыл 17 юл участкаһын нормаға килтереү ҡарала. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 23 саҡрым самаһы тәшкил итә.
Быйыл Коммунистик урамдың Цюрупа урамынан алып Воровский урамына тиклем өлөшө яңыртыла. Уның оҙонлоғо – 950 метр. “Өфөводоканал” һәм “Өфө инженер селтәрҙәре” ойошмалары торбаларҙы алмаштырыу, реконструкциялау, төҙөү эштәре алып барғанлыҡтан, бында юлды йүнәтеү эштәре ҡайһы бер урындарҙа ғына алып барыла, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәрендә эштәр июль аҙағында тамамланыр, тип көтөлә. Артабан юл төҙөүселәр асфальт япманы ремонтлауға тотонмаҡсылар.
Муниципаль килешеү буйынса был участокта эштәрҙең тамамланыу ваҡыты – 2022 йылдың 21 октябре.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.