-3 °С
Облачно
Милли проекттар
8 Июня 2022, 17:11

Йәш музыканттарға – ҙур бүләк

Нефтекама ҡалаһының балалар музыка мәктәбенә музыка ҡоралдары, ноутбуктар, музыканттар өсөн ултырғыстар, интерактив таҡталар  ҡайтарылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш музыканттарға – ҙур бүләкЙәш музыканттарға – ҙур бүләк
Йәш музыканттарға – ҙур бүләк

Нефтекама ҡалаһының балалар музыка мәктәбенә музыка ҡоралдары, ноутбуктар, музыканттар өсөн ултырғыстар, интерактив таҡталар  ҡайтарылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә фортепиано класына бер юлы әллә нисә инструмент алынған: берешәр “Н. Рубинштейн”, “М. Глинка”, өс “Мелодия” фортепианоһы. Шулай уҡ халыҡ, тынлы  музыка ҡоралдары һаны ла тулыланған.

– Әле мәктәбебеҙҙә инструменттарҙың яртыһы туҙған хәлдә, уларҙың тотоноу ваҡыты сыҡҡан. Яңы музыка ҡоралдары – 700-ҙән ашыу  тәрбиәләнеүсе өсөн ҙур бүләк ул. Ғинуар айында педагогик коллектив  уҡыу йорто нигеҙендә “Первоцветы” халыҡ ҡоралдары оркестры булдырҙы. Был коллективтың эшмәкәрлеге тәрбиәләнеүселәрҙә халыҡ ҡоралдарына, Рәсәй халыҡтарының музыкаль традицияларына ҡыҙыҡһыныуын уятыр, тип өмөт итәм, – тип билдәләй Балалар музыка мәктәбе директоры Тәнзилә Йыһаншина.

Әле балалар алты бүлектә шөғөлләнә: “Фортепиано”, “Халыҡ музыка ҡоралдары”, “Ҡыллы музыка ҡоралдары”, “Тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары”, “Йырҙы яңғыҙ башҡарыу”, “Хор”.

1961 йылдан алып балалар музыка мәктәбендә ике мең ярым самаһы уҡыусы белем алған. Байтағы ССУЗ һәм ВУЗ-дан һуң профессиональ музыкант һәм педагог булып киткән, төрлө махсуслаштырылған белем йорттарында эшләй, 23-ө тыуған мәктәбенә ҡайтҡан. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡалала үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, халыҡ-ара, ил һәм республика кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә лә ҡатнашып уңыштарға ирешә.

Фото – Башҡортостан Республикаһы  Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас