

Октябрьский ҡалаһында #МарафонЗеленыхДел өмәһенә хеҙмәт коллективтары, балалар, уҡыусылар, студенттар, ҡала кешеләре ҡушылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә Ю.Гагарин исемендәге паркты таҙартырға сыҡты.
– 5 июнь – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө. Был дата БМО тарафынан 1972 йылда булдырылған һәм 50 йыл дуамында кешеләрҙең иғтибарын тирә-яҡ мөхиттәге проблемаларға йүнәлтеү, һәр кемдә тәбиғәтте һаҡлау теләге уятыу өсөн билдәләп барыла. Төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләр был көндө төрлө саралар үткәрә. Улар араһында иң ябайы, һәр кемдең ҡулынан килгәне – үҙ йортоңдо, тирә-йүнеңде йыйыштырыу, ағас, сәскә ултыртыу, һыу буйҙарын таҙартыу. Был көн һәр беребеҙгә уртаҡ булған планетабыҙ тураһында хәстәрлек күреү өсөн яуаплылыҡтың бер өлөшөн үҙ иңебеҙгә алырға мөмкинлек бирә. Был матур акцияға ҡалабыҙҙың һәр кешеһен саҡырам”, – ти хакимиәт башлығы А.Шмелев.
Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.