+9 °С
Ясно
Милли проекттар
6 Июня 2022, 13:32

Хеҙмәт кешеһенә арнала

Салауат картина галереяһында “Өйҙә эшләү бәхете” күргәҙмәһе ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәт кешеһенә арналаХеҙмәт кешеһенә арнала
Хеҙмәт кешеһенә арнала

Салауат картина галереяһында “Өйҙә эшләү бәхете” күргәҙмәһе ойошторола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Экскурсия Салауат ҡалаһының 75 йыллығына әҙерләнеү һәм Башҡортостан Республикаһында һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә ойошторолған.

Күргәҙмәлә рәсем сәнғәтенең төрлө жанрҙары урын ала. Сюжетлы композициялар ҙа, портреттар ҙа, кеше ҡулдарының юҡты бар итеүе, хеҙмәт емештәре күренгән пейзаждар ҙа бар бында. Картиналарҙың геройҙары –  ҡаланың  “Салаватстекло”, “Газпром нефтехим Салават”, “Сәнәғәт Тимер юлы Транспорты Предприятиеһы” (“Предприятие Промышленного Железнодорожного Транспорта”), “Трамвай идаралығы” предприятиеларында эшләгән кешеләр, рәссамдар өсөн индустриаль пленэр ойошторолған, тип хәбәр итә  Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 Ябай хеҙмәт кешеһенең  эш көнө һәм көндәлек тормошо сағылдырылған  экскурсияла Салауат, Ишембай, Өфө ҡалаларынан авторҙарҙың эштәре менән танышырға була.  Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.

Күргәҙмә 10 июндән алып 30 июлгәсә эшләй.

Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Хеҙмәт кешеһенә арнала
Хеҙмәт кешеһенә арнала
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас