-3 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Июня 2022, 06:15

ГОСТ буйынса

Сибай эшҡыуарҙары тротуар плиткалары етештерә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
ГОСТ буйынсаГОСТ буйынса
ГОСТ буйынса

Сибай эшҡыуарҙары тротуар плиткалары етештерә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Шаҡмаҡ таштар (брусчатка) төҙөкләндереү өсөн киң ҡулланыла. Йәйәүлеләр йөрөгән иҫке асфальт йәки бетон япмаларҙы йыш ҡына матур, ныҡлы брусчаткаға алмаштыралар. Төрлө төҫтәге таштарҙан теҙелгән “биҙәкле” юлдар күҙҙе иркәләй, тирә-яҡты күркәмләй.

Сибайҙағы “Фоур Стоунес” предприятиеһы, тротуар плиткаһы етештереү ҡорамалы алып, “Юғары сифатлы таш изделиелар етештереү” проектын тормошҡа ашыра башланы, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Компания ныҡлы, экологик яҡтан таҙа бетон әйберҙәр эшләй. Директор Азамат Аллабирҙин әйтеүенсә, улар етештергән тротуар плиткаһы ГОСТ 17608-2017 талаптарына яуап бирә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ҡала хакимиәтендә “Фоур Стоунес”  ойошмаһына ҡорамалдар алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу буйынса консультацион ярҙам күрһәтелә.

Фото –  Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас