-4 °С
Болотло
Милли проекттар
3 Июнь 2022, 04:45

Эшең сифатлы булһа, йөҙ ҡыҙармай

Күмертау ҡалаһында йәшәгән шәхси эшҡыуар Әлфиә Фәтҡуллина йомшаҡ мебель етештерә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшең сифатлы булһа, йөҙ ҡыҙармайЭшең сифатлы булһа, йөҙ ҡыҙармай
Эшең сифатлы булһа, йөҙ ҡыҙармай

Күмертау ҡалаһында йәшәгән шәхси эшҡыуар Әлфиә Фәтҡуллина йомшаҡ мебель етештерә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проекты сиктәрендә Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге ҡалала уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барған кешеләр менән таныштыра.

Бизнесҡа 2000-2001 йылдарҙа тотоналар. Ғаилә башлығы Рәил Фәрит улының тыуған яғына күсеп ҡайталар, әммә белеме буйынса уларға эш табылмай. Шуға ла үҙ эштәрен асырға тәүәккәлләйҙәр.

Ғаилә эшенә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Рәил Фәрит улы – токарь ҙә, водитель дә, техник эштәр менән идара итә. Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы финанс мәсьәләләрен хәл итеү менән мәшғүл. Улдары Роман бизнесты дауам итә, яңы идеялар тәҡдим итә.

Фәтҡуллиндар мебель етештереү менән генә сикләнмәй, үҙ кибеттәрен дә булдырған. Магазин аша берәмләп һатыу ойошторолһа, бөтә Башҡортостан буйлап күмәртәләп алыусылар ҙа байтаҡ.  

Эш башлағанда мебель етештереү цехы гараждағы 150 квадрат метр майҙанды биләһә, хәҙер 1700 квадрат метрлыҡ урындары бар.

– Штатта үҙ дизайнерыбыҙ юҡ. Башҡаларҙан ҡарап, үҙебеҙгә оҡшағанды үҙләштерәбеҙ, кәрәк тип тапҡанса үҙгәрештәр индерәбеҙ, тулыландырабыҙ, – ти Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы.

Ауырлыҡтар булмай тормай, әлбиттә, әммә барыһын да еңеп сығырға тырышалар. Коллектив ҙур түгел, үҙ эшен белгән оҫталар эшләй бында. Ҡаланың социаль тормошонан да ситтә ҡалмайҙар, кәрәк икән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.

“Эшебеҙҙе сифатлы итеп башҡарырға тырышабыҙ. Шул саҡта һатып алыусыларҙың күҙенә ҡарау оят түгел, ә был – иң мөһиме”, – ти Фәтҡуллиндар.

Фото – Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас