

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө модель китапханаһында – “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәниәт үҙәгендә виртуаль концерт залы асылды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Виртуаль концерт залы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы виртуаль концерт залы тамашасыларға Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡовтың сығыштарын һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертын тәҡдим итте.
Китапхана залы классик музыка концерттарын юғары сифатлы итеп күрһәтергә мөмкинлек биргән заманса техника менән йыһазландырылған. Ноутбук, телевизор, тауыш ҡорамалдары комплексы алынған. Китапхана залына косметик ремонт яһалған. Заманса мультимедия йыһазы һәм юғары тиҙлекле интернет тамашасыларға илдең иң яҡшы концерт майҙансыҡтарында булырға ғына түгел, урындағы ижади коллективтарҙың сығышын да тура трансляцияла юғары сифатта ҡарарға мөмкинлек бирә.
Китапханаға алдан яҙылып, теләгән һәр кеше симфония һәм белем биреү концерттары, легендар балеттар һәм мюзиклдар ҡарай, композиторҙар һәм академик музыка тураһында лекциялар тыңлай ала.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.