+19 °С
Облачно
Милли проекттар
31 Мая 2022, 04:15

“Аҡсарлаҡ” әҙер

Хәйбулла районында урынлашҡан “Аҡсарлаҡ” лагеры 1 июндән һауыҡтырыу миҙгелен аса. Тәүге сменаға 120 бала килеүе көтөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Аҡсарлаҡ” әҙер“Аҡсарлаҡ” әҙер
“Аҡсарлаҡ” әҙер

Хәйбулла районында урынлашҡан “Аҡсарлаҡ” лагеры 1 июндән һауыҡтырыу миҙгелен аса. Тәүге сменаға 120 бала килеүе көтөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ял итеүсе балалар араһында башҡа муниципаль берәмектәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән, “Эрудит” профиль лагерына килеүселәр ҙә бар, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Быйыл юлланмалар “Кэшбэк” программаһы буйынса һәм “Балалар ялы һәм һауыҡтырыу” берҙәм порталы аша һатыла. Шулай уҡ 40 түләүһеҙ путевка райондағы күп балалы, аҙ килемле ғаиләләрҙә йәшәгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға бирелгән.

Лагерҙа хәүефһеҙлекте ойоштороу өсөн быйыл капиталь һәм косметик ремонт үткәрелгән, биләмә һәм биналар дезинфекцияланған, шулай уҡ лагерҙың тирә-яғы һөрөп сығылған. Түшәк кәрәк-ярағы, һауыт-һаба яңыртылған, күҙәтеү камералары ҡуйылған.

Лагерҙа эшләүселәр һайлана, уҡытыла, медицина тикшереүе үтә.

“Демография” милли проекты маҡсаттарының береһе булып сәләмәт тормош рәүеше алып барған һәм физик культура һәм спорт менән даими рәүештә шөғөлләнгән граждандарҙың һанын арттырыу тора.

 

Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас