+1 °С
Ясно
Милли проекттар
25 Мая 2022, 12:46

Автобуслы булдылар

Бөрйән районы мәҙәниәт һарайына 17 урынлыҡ “ГАЗель” автобусы алынды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Автобуслы булдыларАвтобуслы булдылар
Автобуслы булдылар

Бөрйән районы мәҙәниәт һарайына 17 урынлыҡ “ГАЗель” автобусы алынды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Яңы автобус мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ауылдарҙа концерттар ойошторорға, республика кимәлендә үткәрелгән сараларға йөрөргә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлектәр бирә, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Был беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Хәҙер ижади коллективтар менән төрлө сараларға йөрөү еңелләшә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә илһамланып эшләүҙәрен теләйем, – ти район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары В.Ф.Вәлиева, яңы автобус асҡысын тапшырып.

Автобус “Мәҙәниәт” милли проекты һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынды.

Фото – Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас