-3 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Мая 2022, 08:35

Телевидениенан – ауыл хужалығына

“Тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, ул мине ҡанатландыра, көс-дәрт бирә. Әммә хәҙер төп шөғөлөм – фермерлыҡ. Атайымдың эшен дауам итәм. Был өлкәлә иң мөһиме – сабырлыҡ һәм тырышлыҡ”, – тип бүлешә Тәтешле районында йәшәгән Рөстәм Ғәлиев. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Телевидениенан – ауыл хужалығынаТелевидениенан – ауыл хужалығына
Телевидениенан – ауыл хужалығына

“Тормошомдо сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, ул мине ҡанатландыра, көс-дәрт бирә. Әммә хәҙер төп шөғөлөм – фермерлыҡ. Атайымдың эшен дауам итәм. Был өлкәлә иң мөһиме – сабырлыҡ һәм тырышлыҡ”, – тип бүлешә Тәтешле районында йәшәгән Рөстәм Ғәлиев.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Өфө сәнғәт училищеһында, Ҡаҙан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған ижади шәхес, ҙур телеканал хеҙмәткәре бер көн килеп тормошон тамырынан үҙгәртергә ҡарар ҡыла. Бөгөн уның эше – крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереү.

2020 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша. Йүнселгә федераль грант алыу өсөн ғариза яҙырға тәҡдим ителә. Фермер 50 гектар ерҙе ҡуртымға ала.

Ярты йылдан һуң Рөстәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының “Яңы эш башлаған фермер” федераль бәйгеһендә ҡатнашырға була. Бизнес-планын уңышлы яҡлап, биш миллион һумлыҡ грант ала. Финанс ярҙамды ул 45 баш симменталь тоҡомло мал, ауыл хужалығы ҡорамалдары алыуға, ике ауылдашына эш урыны булдырыуға тотона.

“Рөстәм Ғәлиев аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Йәш фермерға уңыштар теләйбеҙ”, – ти Тәтешле районы бизнес-шерифы Елена Хәкимйәнова.

Фото –  Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас