+9 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Мая 2022, 05:40

Оҫталыҡты арттырырға, заман менән бергә атларға

Нуриман районы балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары ҡайтты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҫталыҡты арттырырға, заман менән бергә атларғаОҫталыҡты арттырырға, заман менән бергә атларға
Оҫталыҡты арттырырға, заман менән бергә атларға

Нуриман районы балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары ҡайтты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә музыка ҡоралы, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары алыу өсөн ойошмалар исемлегенә 2022 йылда Нуриман районы балалар сәнғәт мәктәбе лә инде, тип хәбәр итә  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, төбәк һәм урындағы ҡаҙнанан бүленә.

Хәҙер уҡыусылар өсөн оҫталығын арттырыу, төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә уңыштарға ирешеү өсөн мөмкинлектәр арта. Бер фортепиано, 10 баян, бер аккордеон, бер бәләкәй, бер альт думбыраһы, бер балалайка алынған.  Матур яңғырашлы сифатлы концерт ҡоралдары уҡыусыларҙың һөҙөмтәһен күтәрергә ярҙам итер.

“Фортепиано” программаһы буйынса өс рояль алынған. Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары тәү тапҡыр сығарылыш имтиханын был музыка ҡоралында тапшыра. Әле инструменттар Ҡыҙылъяр, Павловка, Ҡыҙыл Шишмә сәнғәт мәктәптәренә тапшырылған.

Музыка ҡоралдарынан тыш, өс интерактив таҡта, өс ноутбук алынған. Тиҙҙән көҙгөләр, хореграфия залы өсөн эскәмйәләр, тамаша залы өсөн ҡәнәфиҙәр, хор станоктары, натюрморт ҡорамалдары, оркестр һәм рәссамдар өсөн махсус креслолар, яңы уҡыу әҙәбиәте алыу көтөлә.

– Был бүләк уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла һөнәри үҫешкә этәрер, оҫталығын арттырырға, заман менән бергә атларға булышлыҡ итер, – ти балалар сәнғәт мәктәбе директоры Раушания Никонова.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас