-3 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Мая 2022, 04:25

Эш биреүселәрҙең 20 проценты “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлгән

Йыл башынан алып 602,5 мең хеҙмәткәр эшләгән 14,5 мең эш биреүсе “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) платформаһына мәғлүмәт тапшырған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Эш биреүселәрҙең 20 проценты “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлгәнЭш биреүселәрҙең 20 проценты “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлгән
Эш биреүселәрҙең 20 проценты “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлгән

Йыл башынан алып 602,5 мең хеҙмәткәр эшләгән 14,5 мең эш биреүсе “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) платформаһына мәғлүмәт тапшырған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– РФ Хөкүмәте яңы ҡағиҙәләрҙе раҫланы. Улар буйынса эш биреүселәр 2022 йылдың 1 ғинуарынан мәғлүмәттәрҙе мәшғүллек хеҙмәтенә тапшырырға тейеш. Беҙҙең маҡсат – был мониторингҡа Башҡортостан Республикаһының бөтә эш биреүселәрен дә индереү. Был республиканың мәшғүллек торошон күрергә, кәрәк булғанда тиҙ арала ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинлек бирә, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала порталда теркәлгән эш биреүселәргә ярҙам саралары ла ҡаралған.

Теркәлеү, хеҙмәткәрҙәр һаны тураһында мәғлүмәт тапшырыу буйынса һорауҙарға яуапты һылтанма аша табырға була: https://trudvsem.ru/help/covid-employes-changes-instruction.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас