

Туймазы районының Ҡандракүл ауылында, Сүлтекәй шишмәһе янында “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” тип аталған байрам үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Демография” милли проекты буйынса “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе сиктәрендә ойошторолдо.
Ҡунаҡтарҙы байрамса биҙәлгән сәхнә ҡаршылай. Унда байрамдың төп атрибуты – самауыр ултыра. Алып барыусылар сәй эсеү йолалары тураһында һөйләй.
Күптәр өсөн самауыр – көнкүреш әйбере генә түгел, ғаилә усағы, өй йылыһы, туғандар менән аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ билдәһе ул. Ҡандракүлдә йәшәүселәр ҙә сараға күп ҡунаҡтар саҡырған. Ижади ҡомар, йылы аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ хөкөм һөрҙө байрамда, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сараға “Төмәнәк” татар фольклор ансамбле, “Йәнгүзәл”, “Иман”, “Ауылым ынйылары”, “Тылсым” фольклор коллективтары килгән. Шаран районының “Нағыштар” халыҡ фольклор ансамбле лә саҡырылған. Һәр коллектив күстәнәс менән килгән. Самауыр янында тәмлекәстәр менән хуш еҫле сәй менән дә һыйланырға мөмкин. Таҡмаҡ, йомаҡ бәйгеләре, тулы һыулы көйәнтә менән эстафета береһен дә битараф ҡалдырмай.
Халыҡ байрамдан күңеленә илһам, дәрт алып таралыша.
Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.