+1 °С
Облачно
Милли проекттар
19 Мая 2022, 05:49

Ҡошсолоҡ килем килтерә

Октябрьский ҡалаһынан Гөлнара Сөләймәнова дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен аса – ҡош-ҡорт үрсетә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡошсолоҡ килем килтерәҠошсолоҡ килем килтерә
Ҡошсолоҡ килем килтерә

Октябрьский ҡалаһынан Гөлнара Сөләймәнова дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен аса – ҡош-ҡорт үрсетә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә Мәшғүллек үҙәгенең Октябрьский ҡалаһы буйынса филиалы эшһеҙҙәргә эшҡыуарлыҡ башлар  өсөн бер тапҡыр финанс ярҙам күрһәтә.

2022 йылда был программала мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған Гөлнара Сөләймәнова ла ҡатнаша, тип хәбәр итә  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Гөлнара Нуриман ҡыҙы ит өсөн ҡош-ҡорт үрсетеү буйынса бизнес-план әҙерләй һәм уны уңышлы яҡлап сыға.

Дәүләт ярҙамына ул яҡшы, уңайлы инкубатор һатып ала. Үҙ аҡсаларына ғаилә ҡош-ҡорт сығарыу, тотоу өсөн бина төҙөй.

Гөлнара Нуриман ҡыҙы себештәрҙе онлайн заказдар буйынса һата.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас