+19 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Мая 2022, 08:03

Велосипедсыларға ҡыуаныс

Төҙөлөш-монтаж эштәре барышында водителдәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләргә, велосипедта йөрөргә яратыусыларға ла уңайлыҡтар булдырыла. Баландин бульварында, Валерий Лесунов урамында 2,25 метр киңлегендәге  велосипедсылар юлы барлыҡҡа килгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Велосипедсыларға ҡыуанысВелосипедсыларға ҡыуаныс
Велосипедсыларға ҡыуаныс

Төҙөлөш-монтаж эштәре барышында водителдәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләргә, велосипедта йөрөргә яратыусыларға ла уңайлыҡтар булдырыла. Баландин бульварында, Валерий Лесунов урамында 2,25 метр киңлегендәге  велосипедсылар юлы барлыҡҡа килгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Башҡортостандың баш ҡалаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса йыл һайын байтаҡ урам участкалары нормаға килтерелә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 – 2021 йылдарҙа дөйөм оҙонлоғо 98 саҡрым тәшкил иткән 70 юл участкаһы төҙөкләндерелгән. Быйыл 21 километр оҙонлоғонда 16 юл участкаһын ремонтлау күҙаллана.

– Тротуарҙар һәм велосипедсылар өсөн юлдар барлыҡҡа килеүенә бик ҡыуанабыҙ. Хәҙер балалар велосипедта, тәгәрмәсаяҡта рәхәтләнеп йөрөй, бәпес арбаһын һөйрәп барыу өсөн дә уңайлы, – тип бүлешә Валерий Лесунов урамында йәшәгән Ләйсән Фәхриева.

Әле Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Эшсе хәбәрселәр урамында – реконструкция, Бейек (Высотная) урамда төҙөлөш эштәре  бара. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юл һәм ҡоролмалар йүнәтеү идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе Иршат Айсыуаҡов әйтеүенсә,  бында ла велосипед юлдары булдырыу ҡаралған.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас