+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2022, 15:10

“Әкиәттәгеләй йәшәйбеҙ”

“Скверҙы “Әкиәт” тип ҡала халҡы атаны. Әле яңы ғына был урында бушлыҡ ине. Урын һайлауҙа, проектлауҙа, архитектур формалар ҡуйыуҙа биҫтәлә йәшәгән һәр кешенең фекеренә ҡолаҡ һалынды. Һәр кем үҙ тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә алды". #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Әкиәттәгеләй йәшәйбеҙ”
“Әкиәттәгеләй йәшәйбеҙ”

“Скверҙы “Әкиәт” тип ҡала халҡы атаны. Әле яңы ғына был урында бушлыҡ ине. Урын һайлауҙа, проектлауҙа, архитектур формалар ҡуйыуҙа биҫтәлә йәшәгән һәр кешенең фекеренә ҡолаҡ һалынды. Һәр кем үҙ тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә алды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был матурлыҡҡа ҡарап туя алмайбыҙ. Сквер бер ваҡытта ла буш тормай. Иртән кескәйҙәре менән әсәйҙәр сыға, төштән һуң башланғыс класс уҡыусылары килә. Үҫмерҙәр урам тренажерҙарында шөғөлләнә, пенсия йәшендәгеләр эскәмйәлә ултыра йәки скандинав таяҡтары менән йөрөй. Һәр йәштәге кешегә лә бында ҡыҙыҡ. Ҡала инвалидтар йәмғиәте рәйесе булараҡ, миңә бында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылыуы мөһим.

Ҙур микрорайон халҡының мәҙәниәт һәм спорт саралары үткәрергә урыны барлыҡҡа килде. Апрелдә генә бында “1000 аҙым” Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө этабы үтте, унда 300 кеше ҡатнашты. Ҡалабыҙҙағы һәр кем кеүек үк, мин дә ошондай күркәм сквер барлыҡҡа килеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Яңы төҙөкләндереү проекттары өсөн тауыш бирергә лә онотмайбыҙ”, – тип һөйләй ҡыуанысын йәшермәй Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Татьяна Кетько.

Октябрьский ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 2017 йылдан алып Ю. Гагарин исемендәге, “Дуҫлыҡ”, “Нефтсе” парктары, “Мәктәп”, “Әкиәт”, Төньяҡ урамы буйында скверҙар төҙөкләндерелә.  “Йондоҙло” скверында, “Ҡояшлы” паркында төҙөкләндереү эштәре бара. Быйыл Еңеү паркын яңыртыу ҙа ҡаралған, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: