0 °С
Облачно
Милли проекттар
13 Мая 2022, 05:16

Көр кәйефтә, дуҫтарса мөнәсәбәттә

Әбйәлил районында “Яҙ – 2022” спорт ярыштары үтте. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Көр кәйефтә, дуҫтарса мөнәсәбәттәКөр кәйефтә, дуҫтарса мөнәсәбәттә
Көр кәйефтә, дуҫтарса мөнәсәбәттә

Әбйәлил районында “Яҙ – 2022” спорт ярыштары үтте. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолдо.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 55 кеше йыйылды. 18 йәштән оло ҡатнашыусылар 13 ауыл биләмәһенән килде, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Уйындар көр кәйефтә, татыу мөнәсәбәттә үтә. Дартс, теннис, армрестлинг, гер, штанга күтәреү, йөҙөү буйынса ярыштарҙа  ҡатнашыусылар бер-береһе өсөн “көйөп”, дуҫтарының уңышына шатлана. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә.

Төшкө аш мәлендә дуҫтарса әңгәмә, танышыуҙыр, телефон алышыуҙар дауам итә. Барыһы ла киләһе осрашыуҙы көтөүен белдереп таралыша.

Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас