+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 14:05

Кеше өҙөлмәй

Ҡариҙел районында “Гурман” гриль кафеһы асылды. Уның үҙенсәлеге шунда – бында көнсығыш ризыҡтары әҙерләнә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Кеше өҙөлмәй
Кеше өҙөлмәй

Ҡариҙел районында “Гурман” гриль кафеһы асылды. Уның үҙенсәлеге шунда – бында көнсығыш ризыҡтары әҙерләнә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ҡариҙел ауылында тағы бер матур урын барлыҡҡа килде. Тәмле ризыҡ яратҡандар өсөн “Гурман” гриль кафеһы асылды, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Данил Заһиҙуллин “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша. Уға мәғлүмәти-консультацион ярҙам күрһәтелә. Һөҙөмтә көттөрмәй.

Заманса бина яңыртылып төҙөлә. Эшҡыуар Данил Зиннур улы хәләл ефете Танира Ринат ҡыҙы менән бергә 65 кешегә иҫәпләнгән йәмәғәт туҡланыуы урыны булдыра. Бында тәмлекәстәр тәбиғи аҙыҡ-түлектән әҙерләнә. Байрамдарҙа банкеттар ҙа ойошторола.

“Эшкә белеп тотоноу, ҡулланыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алыу, сифатлы хеҙмәт күрһәтеү клиенттарҙың күңелен яулап алырға ярҙам иткән дә инде. Кафенан кеше өҙөлмәй. Йүнселдәр ғаиләһенә бизнесының сәскә атыуын теләйем”, – ти район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: