+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 11:36

Иң шәп мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡайҙа йәшәй?

Иглин район мәҙәниәт йорто режиссеры Гөлшат Ибатова – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурс еңеүсеһе. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Иң шәп мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡайҙа йәшәй?
Иң шәп мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡайҙа йәшәй?

Иглин район мәҙәниәт йорто режиссеры Гөлшат Ибатова – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурс еңеүсеһе.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Бәйге “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Маҡсаты республикалағы иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә һәм иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү булған конкурсҡа 254 ғариза тапшырылған.

Гөлшат Ибатова мәҙәниәт өлкәһендә 2008 йылдан алып эшләй. Ҙур саралар, бәйгеләр үткәрә, төрлө спектаклдәр ҡуя. Талантлы актриса үҙе лә тамашаларҙа ҡатнаша, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ул етәкләгән Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң “Балҡыш” халыҡ башҡорт театры башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, телен һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ә район мәҙәниәт йортоноң “Максимум” өлгөлө театр коллективы һәр сараны йәмләй. Гөлшат Рәмил ҡыҙы тәрбиәләнеүселәре районда ғына түгел, республика, Рәсәй ижади бәйгеләрендә лә юғары урындар ала.

– Театр коллективтарында махсус белеме булмаған үҙешмәкәр артистар уйнай. Уларҙы актер оҫталығына, үҙҙәрен сәхнәлә тоторға өйрәтергә тура килә, – ти Гөлшат Рәмил ҡыҙы.

Гөлшат Рәмил ҡыҙын еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Артабан да эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: