+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 09:42

Ауыл хужалығына ярҙам

“Агростартап” дәүләт программаһы буйынса Ишембай районында ике эшҡыуар финанс ярҙам ала. Улар икеһе лә малсылыҡ менән шөғөлләнә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығына ярҙам
Ауыл хужалығына ярҙам

“Агростартап” дәүләт программаһы буйынса Ишембай районында ике эшҡыуар финанс ярҙам ала. Улар икеһе лә малсылыҡ менән шөғөлләнә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был проекттар 2022 йылдың март башында ҡарала. Улар ит бирер эре мөгөҙлө мал үрсетеү өсөн ашатыу урыны булдырыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Илнур Вәлитов менән Мөнир Таһиров бала сағынан мал ҡарашып үҫкән. Әле шәхси ярҙамсыл хужалыҡ тоталар.

“Агростартап” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса улар һәр береһенә өс миллион һумлыҡ финанс ярҙамы алған.

Әле эшҡыуарҙар крәҫтиән-фермер хужалығы булдырыу менән мәшғүл.

Фото – Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: