+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Май 2022, 10:15

Күңел ял итә

Стәрлетамаҡ районы Наумовка моделле китапханаһында релакс залы эшләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Күңел ял итә
Күңел ял итә

Стәрлетамаҡ районы Наумовка моделле китапханаһында релакс залы эшләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бында тыныслыҡта ҡалыр, ял итер, көс туплар өсөн барыһы ла бар. Килгән кешеләр, донъяның ығы-зығыһын онотоп, яңғыҙ ҡала йәки башҡалар менән аралаша, музыка тыңлай, видео ҡарай, библиотерапия, яҡтылыҡ терапияһы, музыка терапияһы буйынса сараларҙа ҡатнаша ала.

Китапхананың социаль партнерҙары – муниципалитеттың мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш идаралығы, Стәрлетамаҡ колледжы  психологтары тренингтар үткәрә, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ район үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре.

Зал уңайлы йомшаҡ мебель менән йыһазландырылған, сенсор ҡорамалдар, музыкаль үҙәк, телевизор ҡуйылған. Китапханаға килеүселәргә шулай уҡ психология буйынса китаптар ҙа тәҡдим ителә.

“Йыш киләм, балалар менән дә, үҙем генә лә. Бында булып, күңелгә ял алып ҡайтабыҙ. Залды биҙәү, сенсор ҡорамалдар, китапхана хеҙмәткәрҙәренең мөнәсәбәте күңел бөтөнлөгөн ҡайтарырға ярҙам итә”, – ти күп балалы әсәй Айгөл Уҙаманова.

Релакс залы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған.

Фото – Стәрлетамаҡ район үҙәкләштерелгән китапхана системаһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: