-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Май 2022, 10:05

Үҙебеҙҙә етештерелә

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Оптимедсервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – офтальмологик ҡорамалдар һәм офтальмохирургия өсөн материалдар баҙарында эшләгән компания. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үҙебеҙҙә етештерелә
Үҙебеҙҙә етештерелә

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Оптимедсервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – офтальмологик ҡорамалдар һәм офтальмохирургия өсөн материалдар баҙарында эшләгән компания.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Компания 1993 йылдан алып эшләй. Контакт линзалар, улар өсөн кәрәкле тауарҙар, шулай уҡ күҙгә операция эшләү өсөн микрохирургик ҡорамалдар  етештерә.

“Оптимедсервис” – контакт линзалар өсөн кәрәк булған бөтә төр әйберҙәрҙе сығарған берҙән-бер компания. Етештереү өсөн ҡулланылған сеймалдың һәм кәрәк булған әйберҙәрҙең 80 проценты – Рәсәйҙеке, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Бөгөн компанияла 500 кеше эшләй. Етештереү эше алға бара.

Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: