+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Май 2022, 11:35

Ижад майҙаны

Салауат ҡалаһындағы иң ҙур өкө Rifart ижад студияһында “йәшәй”. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ижад майҙаны
Ижад майҙаны

Салауат ҡалаһындағы иң ҙур өкө Rifart ижад студияһында “йәшәй”.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Студия менән Рифат Яппаров етәкселек итә. Әкиәти донъя буйлап ул беҙгә экскурсия үткәрҙе, ти Салауат ҡалаһы бизнес-шерифы Урал Мағизов.

Балсыҡтан әүәләнгән һәр әйберҙең бында үҙ тарихы бар. Һәр береһе күҙҙең яуын алып торған үҙенсәлекле  әйберҙәрҙең – үҙ тәғәйенләнеше.  

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат ҡалаһы хакимиәте үҙ сиратында кәсепсегә муниципаль бинала урын бүлгән. Бөгөн был урын тылсымы менән үҙенә тарта.

Риф Өлфәт улы студияла балсыҡтан әүәләү, майлы буяу менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, арт-терапия, балсыҡ менән дауалау дәрестәре үткәрә. Керамика менән башлап шөғөлләнеүселәр өсөн курстар, балалар өсөн мәктәп ойошторолған. Бында төрлө саралар үткәрергә лә мөмкин.

Ижад менән шөғөлләнергә теләгәндәр студияла күңеленә ял таба.

Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: