+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Май 2022, 10:50

Барыһы ла – үҙебеҙҙең ҡулда

 “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты күп хыялдарҙың тормошҡа ашыуына булышлыҡ итә, ти Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Барыһы ла – үҙебеҙҙең ҡулда
Барыһы ла – үҙебеҙҙең ҡулда

 “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты күп хыялдарҙың тормошҡа ашыуына булышлыҡ итә, ти Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ял итеү өсөн тигеҙ юлдар, заманса яҡтыртыу, уңайлы эскәмйәләр, балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Октябрьскиҙа бер нисә йыл эсендә “Геофизик” скверы, “Дуҫлыҡ”, “Нефтсе”  парктары, Ю.Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелде. “Төньяҡ” скверы тәртипкә килтерелде. 25-се һәм 34-се микрорайондарҙа ял итеү урындары барлыҡҡа килде. “Йондоҙло” скверында һәм “Ҡояшлы” экопаркында төҙөкләндереү эштәре дауам итә, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр кемдең әүҙемлеге мөһим.  https://2.gorodsreda.ru электрон платформаһына инеп, һәр кем 2023 йылда йәмәғәт урынын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн сайтҡа инеп, үҙегеҙ йәшәгән урынды табыу, төҙөкләндереү урынын һайлау, исем менән телефонды күрһәтеү кәрәк. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ла башҡарып була. Тауыш биреү 30 майға тиклем дауам итә.

Барыһы ла үҙебеҙҙең әүҙемлектән тора.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: