+12 °С
Облачно
Милли проекттар
6 Мая 2022, 07:45

Йүнселдең идеялары күп

Салауат ҡалаһында урынлашҡан “Алтын-плюс” ойошмаһы етәксеһе Радик Дауытов ваҡытын әрәм итергә яратмай. Һәр көнгә яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫып, үҙ эшен еренә еткереп йәшәүҙән йәм таба ул. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Йүнселдең идеялары күпЙүнселдең идеялары күп
Йүнселдең идеялары күп

Салауат ҡалаһында урынлашҡан “Алтын-плюс” ойошмаһы етәксеһе Радик Дауытов ваҡытын әрәм итергә яратмай. Һәр көнгә яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫып, үҙ эшен еренә еткереп йәшәүҙән йәм таба ул.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ойошма төҙөлөш, электромонтаж, штукатур, ағас эштәре менән шөғөлләнә. Ҡыйыҡ ябыу, иҙән түшәүгә лә тотоналар. Кәрәкле техникалары, ҡорамалдары ла етерлек.

Шулай уҡ Радик машиналар йүнәтеү менән дә шөғөлләнә. Ҡаланың бизнес-шерифы Урал Мағизов уны тап ошонда тап иткән. Йүнсел үҙенең идеялары менән уртаҡлашҡан. Ә бизнес-шериф эшҡыуарға бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләгән. “Мин үҙ сиратымда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бизнес-идеяларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле ярҙамды күрһәтермен”, – ти ул.

Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас