+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Май 2022, 10:25

Уңғанға уңыш йылмая

Борай районынан Булат Ғабдуллин 2021 йылда “Агростартап” конкурсында ҡатнаша һәм, бизнес-проектын уңышлы яҡлап, өс миллион һум дәүләт ярҙамы ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Уңғанға уңыш йылмая
Уңғанға уңыш йылмая

Борай районынан Булат Ғабдуллин 2021 йылда “Агростартап” конкурсында ҡатнаша һәм, бизнес-проектын уңышлы яҡлап, өс миллион һум дәүләт ярҙамы ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йүнсел был аҡсаға Беларус тракторы, 22 баш симментал тоҡомло тана һатып ала. Бөгөн Булат Ғабдуллиндың фермер хужалығында 150-нән ашыу баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Ауыл хужалығы министрлығына бындай мөмкинлек өсөн бик рәхмәтлемен. Грант алыу фермер хужалығын үҫтереүҙә ҙур ярҙам булды”, – ти эшҡыуар.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған  “Агростартап” дәүләт программаһы ауыл хужалығы өлкәһендә  эшләгән эшҡыуарҙарға биш миллион һумға тиклем грант алырға мөмкинлек бирә.

Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: