+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Май 2022, 09:10

Авариялар һаны кәмей

2022 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда юл-транспорт фажиғәләре күләмен һәм аварияларҙа зыян күреүселәр һанын 50 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Авариялар һаны кәмей
Авариялар һаны кәмей

2022 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда юл-транспорт фажиғәләре күләмен һәм аварияларҙа зыян күреүселәр һанын 50 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Дөйөм алғанда милли проектты тормошҡа ашырыу бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итә: автомобиль юлдарын  нормаға килтереү, транспорт күп йөрөгән участкаларҙа ауырлыҡты кәметеү, иң мөһиме –  юл-транспорт фажиғәләре йыш осраған урындарҙы кәметеү, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алнксандр Булушев.

Ыңғай динамика республика буйынса күҙәтелә. 2022 йылдың тәүге кварталында юл-транспорт фажиғәләре һаны – 8,4 процентҡа, һәләк булыусылар һаны 27,1 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Быйыл Стәрлетамаҡта яңы светофор объекттары ҡуйыу эше бара. “Г”хәрефен хәтерләткән бағанала светодиодлы таҫмалар светофор сигналын ҡабатлай, был водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге етәксеһе Марат Кинйәбаев әйтеүенсә, быйыл һигеҙ светофор ҡуйыу ниәтләнә. Бынан тыш, ҡалала дөйөм оҙонлоғо 11 саҡрым тәшкил иткән 15 юл участкаһын йүнәтеү ҡаралған.

 Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: