0 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Апреля 2022, 14:32

Тәү сиратта – хәүефһеҙлек

Хәйбулла районында аттракциондарҙы яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерләй башланылар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәү сиратта – хәүефһеҙлекТәү сиратта – хәүефһеҙлек
Тәү сиратта – хәүефһеҙлек

Хәйбулла районында аттракциондарҙы яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерләй башланылар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Наил Байғусҡаров аттракцион техниканы күҙәтеү буйынса баш белгес Илшат Закиров менән осрашты, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 Осрашыу барышында аттракциондарҙы яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерләү хаҡында һөйләштеләр. Һүҙ аттракцион ҡоролмалар хужаларының тейешле документтары мотлаҡ булырға тейешлеге тураһында барҙы. Хужалар карусель, батут, тау, картингтарҙың төҙөк булыуын хәстәрләргә тейеш.

“Ҡыш буйы ҡарайбыҙ, ҡарын таҙартабыҙ. Парк эшендә иң мөһиме – ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген булдырыу”, – ти аттракцион хужаһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас