+19 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Апреля 2022, 18:28

Музей үҙе һеҙгә килә

Көндәр йылыныу менән ҡала кешеләре ваҡытын саф һауала үткәрергә ынтыла. Театрға, музейға бар күңеленән тарихты яратҡандар, театрға, һынлы сәнғәткә мөкиббән киткәндәр генә бара. Кешеләргә яҡынайыу өсөн музейҙар, заман  менән бергә атлап, күргәҙмәләрҙе һәм сараларҙы интернетта онлайн рәүештә үткәреп кенә ҡалмай, халыҡ араһына ла сыға. Октябрьский ҡалаһының А.Шокуров исемендәге  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 21-се микрорайонда асыҡ күргәҙмә ойошторҙо. Аҙыҡ-түлек кибете эргәһендә ҡала кешеләрен һәм ҡунаҡтарҙы “Октябрьский фотойылъяҙмаһы” тип аталған экспозиция ҡаршы алды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Музей үҙе һеҙгә киләМузей үҙе һеҙгә килә
Музей үҙе һеҙгә килә

Көндәр йылыныу менән ҡала кешеләре ваҡытын саф һауала үткәрергә ынтыла. Театрға, музейға бар күңеленән тарихты яратҡандар, театрға, һынлы сәнғәткә мөкиббән киткәндәр генә бара. Кешеләргә яҡынайыу өсөн музейҙар, заман  менән бергә атлап, күргәҙмәләрҙе һәм сараларҙы интернетта онлайн рәүештә үткәреп кенә ҡалмай, халыҡ араһына ла сыға.

Октябрьский ҡалаһының А.Шокуров исемендәге  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 21-се микрорайонда асыҡ күргәҙмә ойошторҙо. Аҙыҡ-түлек кибете эргәһендә ҡала кешеләрен һәм ҡунаҡтарҙы “Октябрьский фотойылъяҙмаһы” тип аталған экспозиция ҡаршы алды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Тыуған ҡалаһының аҡлы-ҡаралы фотоларҙа һынланған күренештәре үтеп барыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Оло йәштәгеләр айырыуса иҫтәлектәргә бирелде, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Эксперимент халыҡҡа оҡшаны.  Бындай акцияларҙы киләсәктә лә үткәрергә уйлайбыҙ. Кешеләрҙе тарихҡа, сәнғәткә яҡынайтыу өҫтөндә эшләйбеҙ”, – ти тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ғилми хеҙмәткәре Валерий Абдразаҡов.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас