

Дыуан районы автоклубы OPEN KIDS балалар программаһы тәҡдим итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2021 йылдың көҙөндә Дыуан районында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса автоклуб алына. Тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто аҙнаһына ике тапҡыр алыҫ ауылдарға концерт программаһы менән сыға.
Автоклуб мөдире Ольга Горбунова әйтеүенсә, күңелле концерт программалары береһен дә битараф ҡалдырмай. “Алып барыусылар балалар өсөн программа уйлап тапты, тәүге концерттар менән халыҡ араһына сығалар ҙа инде”, – ти ул.
Мәсәғүт ауылы микрорайондарында OPEN KIDS балалар музыкаль-уйын программаһы күрһәтелә. Унда VIVO балалар вокаль ансамбле сығыш яһай. Шулай уҡ ансамбль етәксеһе Миләүшә Мөхәмәтова һәм Татьяна Булатова ла матур йырҙарын тәҡдим итә. Тамашасылар өсөн хәрәкәтле музыкаль уйындар ҙа ойошторола. “Велес” урам бейеүҙәре клубы сығыштары ла кескәйҙәр өсөн ҡыҙыҡлы.
Балалар майҙансыҡтарында йәш артистар башҡарыуында күңелле йырҙар яңғыраны, тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Был көндө сараға бөтә ғаилә менән ял итергә киләләр.
Фото – Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.