+9 °С
Облачно
Милли проекттар
27 Апреля 2022, 04:05

Мөһим үҙгәрештәр

Туймазы ҡалаһының “Корона” фабрикаһы Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына 131-се булып ҡушылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөһим үҙгәрештәрМөһим үҙгәрештәр
Мөһим үҙгәрештәр

Туймазы ҡалаһының “Корона” фабрикаһы Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына 131-се булып ҡушылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2005 йылда барлыҡҡа килгән компания ортопедик матрастар, дивандар, интерьер карауаттары,  ултырғыстар етештерә һәм Рәсәйҙең биш ҙур йоҡо өсөн тауарҙар етештереүсеһе араһына инә, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Етештереүҙә үҙгәрештәр индереү мөһим, “Корона” компанияһы өсөн бигерәк тә. Предприятиела етештереү процестарын камиллаштырыу Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында үтә. Улар ойошманың эш төркөмөн уҡыта, төп юғалтыуҙарҙы билдәләй, уларҙы юҡ итеү буйынса саралар планы төҙөй, – ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Айрат Фәхретдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты хаҡында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин: производительность.рф.

Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас