+9 °С
Ясно
Милли проекттар
26 Апреля 2022, 18:01

Уңған эшҡыуарҙар

Салауат ҡалаһы эшҡыуары Айгөл Семенова баш кейемдәре, шулай уҡ мәктәп формалары тегә. Башлыҡ һыуыҡтан һәм елдән һаҡлау менән бергә образды тулыландырыуға ла хеҙмәт итә, тигән фекерҙә ул. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңған эшҡыуарҙарУңған эшҡыуарҙар
Уңған эшҡыуарҙар

Салауат ҡалаһы эшҡыуары Айгөл Семенова баш кейемдәре, шулай уҡ мәктәп формалары тегә. Башлыҡ һыуыҡтан һәм елдән һаҡлау менән бергә образды тулыландырыуға ла хеҙмәт итә, тигән фекерҙә ул.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Айгөл ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Эшен йәйелдерер өсөн уға яңы заманса теген машиналары һатып алырға финанс ярҙамы кәрәк. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ярҙам саралары менән таныштыра, ниндәй документтар йыйып, ҡайҙа тапшырырға икәнен өйрәтә.

Айгөл даими уҡый, оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Замандан артта ҡалмаҫҡа тырыша ул. Баш кейемдәрен “Ҡунаҡһарай” сауҙа үҙәгендә һәм “Шапол'е” кибетендә, шулай уҡ OZON, Wildberries интернет магазиндарынан да алырға була.  Еңеү көнөнә йүнсел пилоткалар ҙа әҙерләгән, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәте бизнес-шерифы Урал Мағизов.

Ательела Айгөлдөң ағаһы Рөстәм Алтынбаев та эшләй. Ул күндән сумкалар, ҡайыштар, аҡса янсыҡтары әҙерләй.

Фото –  Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас