-4 °С
Ясно
Милли проекттар
20 Апреля 2022, 13:22

Ҡыуаныслы ваҡиға

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында мәҙәниәт йорто йүнәтелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыуаныслы ваҡиғаҠыуаныслы ваҡиға
Ҡыуаныслы ваҡиға

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында мәҙәниәт йорто йүнәтелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Мәҙәниәт йорто – ауыл халҡын йыйып торған урын. Район мәҙәниәт йортоноң Ҡоръятмаҫ филиалы нигеҙендә халыҡ традицияларын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлау буйынса башҡорт милли мәҙәниәте үҙәге эшләп килә. Төрлө йүнәлештәге 12 клуб булдырылған.   

Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Асылыкүл ынйылары” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле район, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Кәкүк сәйе”, “Шәжәрә байрамы”, “Туй йолалары”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарынан, һабан туйҙарынан ситтә ҡалмай улар.

Ремонт эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Клубты яңыртыу ауыл кешеләренә ялын ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә, һәләттәрен асырға ярҙам итер, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Республика һәм урындағы ҡаҙна иҫәбенә клубтың түшәме, иҙәне, стеналары, электр, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация селтәре ипкә килтерелә. Тәҙрәләр алмаштырылған да инде.

Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас