+14 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Апреля 2022, 14:19

Һәр кемдең күңенә асҡыс табып

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Рәил Хәмитов 2020 йылдан алып сифатлы ағас әйберҙәр етештерә. Оҫтахана ресторандар, белем биреү ойошмалары, ҡунаҡханалар менән дә уңышлы эшләй. Бында мебель, баҫҡыстар, ишектәр, беседкалар, ял урындары етештерәләр. Брустан евротәҙрәләр эшләргә лә өйрәнгәндәр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр кемдең күңенә асҡыс табыпҺәр кемдең күңенә асҡыс табып
Һәр кемдең күңенә асҡыс табып

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Рәил Хәмитов 2020 йылдан алып сифатлы ағас әйберҙәр етештерә. Оҫтахана ресторандар, белем биреү ойошмалары, ҡунаҡханалар менән дә уңышлы эшләй.

Бында мебель, баҫҡыстар, ишектәр, беседкалар, ял урындары етештерәләр. Брустан евротәҙрәләр эшләргә лә өйрәнгәндәр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Рәил Салауат улы һәр клиенттың күңелен аңларға ынтылып эшләй, уларҙың теләгенә һәр саҡ ҡолаҡ һала. Етештергән әйберҙәре сифатлы, оҫтаханала махсус белемгә эйә белгестәр эшләй, тип хәбәр итә  Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

2020 йылда Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә алған субсидияға  эшҡыуар яңы ҡоролмалар ала. Был етештереү сифатын арттырырға ярҙам итә.

Фото  – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас