+9 °С
Ясно
Милли проекттар
18 Апреля 2022, 17:16

Юл йүнәтеүгә төштөләр

Республиканың баш ҡалаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса юлдарҙы йүнәтеү эштәре башланды. 2022 йылда Өфөлә барыһы 16 юл участкаһын нормаға килтереү ҡаралған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 21 саҡрым тәшкил итә. Был маҡсатҡа  1,854  миллиард һум аҡса бүленә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл йүнәтеүгә төштөләрЮл йүнәтеүгә төштөләр
Юл йүнәтеүгә төштөләр

Республиканың баш ҡалаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса юлдарҙы йүнәтеү эштәре башланды.

2022 йылда Өфөлә барыһы 16 юл участкаһын нормаға килтереү ҡаралған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 21 саҡрым тәшкил итә. Был маҡсатҡа  1,854  миллиард һум аҡса бүленә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана

 

– Өфө ғәҙәттәгесә республикала “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса иң алда килә, – ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

2022 йылда иң оҙон һәм ҙур объект булып Затон шоссеһының Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән алып Мебелселәр тыҡрығы янындағы юл үткәргесенә тиклем өлөшө тора. Уның оҙонлоғо – 8,5 километр.

Ремонт сиктәрендә 115 мең квадрат метр майҙанда иҫке япманы алалар һәм яңыһын түшәйҙәр, тип хәбәр итә  БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йүнәтеү эштәре үткәрелгән юл участкаһында мәғлүмәт щиттары һәм билдәләр ҡуйылған. Водителдәрҙе ремонт менән бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарарға саҡыралар. Тиҙлек режимын һаҡлау, юл билдәләренә иғтибар итеү зарур.

Муниципаль килешеүгә ярашлы ремонт 2022 йылдың октябрендә тамамлана.

Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас