

Дүртөйлө районынан буласаҡ эшҡыуар акваферма булдырыу проекты тураһында шулай һөйләй: “Бинала бассейндар урынлаша. Уларға селбәрәләр ебәрелә һәм тауар хәленә еткәнсе үҫтерелә. Проекттың үҙенсәлеге шунда: һыу менән тәьмин итеү системаһы ябыҡ. Балыҡ үрсеткән туҡлыҡлы һыу эргәлә ҡуйылған теплицаларға ебәрелә. Бының өсөн бина менән ер кәрәк”.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дүртөйлө районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә балыҡ үрсетеү тураһында һүҙ барҙы, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Бөгөн балыҡ үрсетеү, һаҙан булһынмы ул, аквариум өсөн башҡа балыҡтар булһынмы, төшөмлө бизнес һанала. Балыҡ – ҡиммәтле диетик аҙыҡ. Уның файҙаһы хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Шулай булһа ла, балыҡ ризыҡтары беҙҙең өҫтәлдә артыҡ күп урын алмай. Был традицион аш-һыу үҙенсәлектәре, ризыҡ ейеү ғәҙәттәре һәм балыҡтың сағыштырмаса ҡыйбат булыуы менән аңлатыла.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Фото – Интернет селтәренән.