

Октябрьский ҡалаһы эшҡыуары Андрей Гуторов дайвинг менән мауыға. Ҡала спорт һарайында ул был һирәк осраған һөнәргә башҡаларҙы ла өйрәтә. Диңгеҙ буйынан 2300 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡалала ла дайвинг менән шөғөлләнергә мөмкин.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана
– 2009 йылда Хургадала акваланг менән һыу аҫтына төшкәндән һуң дайвинг менән ҡыҙыҡһынып киттем. Был эш менән мауыҡҡан кешеләрҙе эҙләнем, – тип һөйләй Андрей Юльевич.
Дайвинг буйынса төрлө инструкторҙарҙа уҡып, Рәсәй һәм донъялағы һыу ятҡылыҡтарында төрлө шарттарҙа һыу аҫтына төшөү тәжрибәһе туплай. 2010 йылда “Монте Кристо” дайв клубын ойоштора. Унда сәләмәт тормош рәүеше алып барыусылар, һыу аҫтында йөҙөүселәр йыйыла. Улар һыу аҫтына төшөү менән генә сикләнмәй, һыу аҫтынан сүп-сар сығара, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнә. 2012 йылда дайв мастер статусы алғас, белемен уртаҡлашыуын дауам итә, асыҡ һәм ябыҡ һыу ятҡылыҡтарында практик дәрестәрҙә ассистент булараҡ сығыш яһай. 2016 йылда имтихан тапшыра һәм Рәсәй ГОСТ-тарына һәм Халыҡ-ара стандарттарға ярашлы Милли Дайв Лигала беренсе инструктор статусы ала.
2022 йылдың мартында Андрей Гуторовҡа үҙешмәкәр дайвингта, шул иҫәптән бөтә кимәлдәге инструктор – Милли Дайв Лигаһы Директоры Курсында юғары белем биреү статусы бирелә. Ә “Монте Кристо” дайв үҙәге халыҡ-ара классификация буйынса 5 йондоҙло Премиум Дайв Үҙәк статусы ала.
Был үҙешмәкәр дайвингта бик юғары баҫҡыс һанала. Хәҙер беҙҙең диңгеҙ буйынан 2300 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡалабыҙ Владивосток, Севастополь, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышмай, – тип хәбәр итә ғорурланып Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Монте Кристо” дайв клубы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй.
Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.