

Яңауыл районынан Гөлназ Ишмиеваның мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереү клубы тураһындағы проекты күптән түгел генә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Бөгөн ул уңышлы эшләй, кескәйҙәр менән инглиз теле, шахмат буйынса дәрестәр үткәрелә, мәктәпкә әҙерләү ойошторолған. Әммә йүнсел ҡатын ирешелгәндә туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Хәҙер ул малсылыҡ менән дә шөғөлләнергә ниәтләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана
Бөгөн улар тормош иптәше менән бергә эшҡыуарлыҡтың башҡа төрөнә тотонмаҡсылар. Малсылыҡ өсөн ауылда участоктары, бер ни тиклем техникалары, ауыл хужалығы ҡоролмалары бар. Ниәттәре – һыйыр һәм йылҡы малы алыу. Был мәсьәләлә райондың ауыл хужалығы идаралығы белгестәре консультацияһы кәрәк.
Был мәсьәләне хәл итеү күҙәтеүгә алынды, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Унда һәр кем үҙ проекты менән мөрәжәғәт итә ала.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.