

Ағиҙел ҡалаһында “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале үтте. Ул өс йылға бер тапҡыр ойошторола.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана
Сара ижади коллективтар өсөн бик әһәмиәтле, уларға “Халыҡ (өлгөлө) үҙешмәкәр художестволы ижад коллективы” исеме бирелә һәм улар уны яҡлай.
Фестиваль “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
Сарала “Ноктюрн” өлгөлө вокаль ансамбле, “Эльдорадо” эстрада һәм заманса бейеү өлгөлө ансамбле, “Зоренька” рус йыры өлгөлө ансамбле ҡатнашты. “Адель” өлгөлө вокаль студияһы һәм “Йәшлек” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле “халыҡ” исеме алды. “Овация” эстрада һәм заманса бейеү ансамбле “өлгөлө” исеменә лайыҡ булды, тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Фото – Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.