

Өфө ҡалаһының 34-се спорт мәктәбендә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә йәштәр араһында волейбол буйынса турнирҙың ҡала этабы һайлап алыу туры үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса финалда миҙал өсөн Октябрь районының 47-се гимназияһы, Киров районының 16-сы гимназияһы, Дим районының 104-се мәктәбе, Совет районының 108-се мәктәбе уҡыусылары көс һынашасаҡ.
– Үткән йыл менән сағыштырғанда командаларҙың әҙерлек кимәле һиҙелерлек артҡан. Егеттәр маҡсатлы рәүештә ярыштарға әҙерләнә, яҡшы һөҙөмтәгә ынтыла. Финалда ҡыҙыҡ булмаҡсы, – ти ярыштарҙың баш судьяһы, 34-се спорт мәктәбе директоры Виктор Кузнецов.
18-19 апрелдә ҡыҙҙар араһында ла миҙал өсөн көрәшеүселәр билдәле буласаҡ.
20 апрелдә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ҡала турнирының финал уйындары үтә.
2018 йылдың октябренән алып 2020 йылдың октябренә тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Өлфәт Мансур улы Мостафин волейболды үҫтереүгә, был спорт төрөн үҫеп килгән быуын араһында популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүлде. Ул булдырған “Волейбол – һәр ихатаға” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә 2019 йылдан алып 197 яңы майҙансыҡ булдырылды, элек булған 130 майҙансыҡ төҙөкләндерелде, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Волейбол буйынса турнир “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.