+21 °С
Облачно
Милли проекттар
13 Апреля 2022, 10:35

Етен үҫтермәкселәр

Дүртөйлө районы эшҡыуары етен сәсергә уйлай. Агросәнәғәт комплексы өсөн яңы булмаған был культураға ҡарата донъяла ҡыҙыҡһыныу арта бара. Файҙалы үҙенсәлектәре менән билдәле етен майы юғары баһалана. Етен медицинала ла, малсылыҡта ла, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә лә киң ҡулланыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана

Етен үҫтермәкселәрЕтен үҫтермәкселәр
Етен үҫтермәкселәр

Дүртөйлө районы эшҡыуары етен сәсергә уйлай. Агросәнәғәт комплексы өсөн яңы булмаған был культураға ҡарата донъяла ҡыҙыҡһыныу арта бара. Файҙалы үҙенсәлектәре менән билдәле етен майы юғары баһалана. Етен медицинала ла, малсылыҡта ла, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә лә киң ҡулланыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана

 

Етендең 200 самаһы төрө билдәле. Улар араһында күп йыллыҡ зәңгәр етен айырыуса таралған. Матур ҙа, файҙалы ла культура сүс һәм май алыу өсөн ҡулланыла.

“Үткән йылда субарендаға ер алдыҡ, эшкәрттек. Орлоҡтар, химик ашламалар әҙер. Быйыл 490 гектарға етен сәсергә уйлайбыҙ”, – ти эшҡыуар.

Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн тиҙ төҙөлә торған конструкцияларға (ангар),  әҙер изделиеларҙы һәм ашламаны урынлаштырыу, ҡорамалдар, техника һаҡлау өсөн келәткә өҫтәмә участка биреү тураһында һөйләштеләр, тип хәбәр итә  Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәләре “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үтә.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас