

“Тоҙ пристане” проекты Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи торамаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңгән. Проект Ашҡаҙар йылғаһы буйын, “Салауат” кинотеатры тирәһендәге майҙанды, Киров исемендәге паркты төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Был урындарҙа ҡала өсөн мөһим булған 46 объект урынлашҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана
Йылға буйында тирә-яҡты ҡарау өсөн майҙан, йөҙөп йөрөй торған пристань, баҫҡыс-амфитеатр, йәйәү йөрөү зонаһы, кафе, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляж, машина ҡуйыу урыны барлыҡҡа килә. Йылға ярындағы ҡалҡыулыҡҡа аҡ төҫтәге ҡырсын таш түшәлә. Яр буйын тарихи үҙәк менән тоташтырыусы Хоҙайбирҙин урамы ла йәйәүлеләр өсөн уңайлыраҡ булып ҡала. Бында шулай уҡ велосипед юлы төҙөү ҙә ҡаралған.
Проекттың “Тоҙ пристане” тип аталыуы ла юҡҡа түгел. 1760 йылдарҙа Ашҡаҙар йылғаһы буйында Екатерина II указы буйынса сауҙагәр Тетюшев тап ошондай пристань булдыра.
2021 йылда был конкурста Башҡортостан Республикаһынан алты ҡала еңгән, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Исемлектә – Бәләбәйҙәге “Төрмә ҡәлғәһе кварталы”, Туймазылағы “Ҡаланың үҙәге: Ленин проспекты”, Күмертауҙағы “Ваҡыт бүлеме: йәмәғәт урындары системаһы”, Бөрөләге “Оҫталар урамы – ҡаланың төп урамын төҙөкләндереү”, Межгорьелағы “Офоҡто асып” һәм Стәрлетамаҡтағы “Тоҙ пристане. Ашҡаҙар йылғаһы буйын төҙөкләндереү” проекттары. Уларға төҙөкләндереү өсөн дөйөм алғанда 440 миллион һум аҡса бүленә.
Был эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Фото – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.