+2 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Апреля 2022, 05:33

Күн менән эшләү серҙәренә төшөнгәндәр

Өфөлә кәсеп коворкингы мәктәбендә март айында күн әйберҙәр эшләү буйынса ун оҫта белем алған. Кәсеп коворкингында уҡыу өсөн бар шарттар булдырылған, йыһазландырылған, кәрәкле ҡоралдар ҙа бар. Күн әйберҙәр менән эшләү курстарын тәжрибәле бизнес-тренер Азамат Юлдашбаев алып бара. “Мосафир” республика брендын булдырыусы Азамат Рәмил улы күндән ҡабатланмаҫ әйберҙәр яһарға ғына өйрәтеп ҡалмай, ҡул эшен һатыу юлдары менән дә бүлешә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Күн менән эшләү серҙәренә төшөнгәндәрКүн менән эшләү серҙәренә төшөнгәндәр
Күн менән эшләү серҙәренә төшөнгәндәр

Өфөлә кәсеп коворкингы мәктәбендә март айында күн әйберҙәр эшләү буйынса ун оҫта белем алған.

Кәсеп коворкингында уҡыу өсөн бар шарттар булдырылған, йыһазландырылған, кәрәкле ҡоралдар ҙа бар. Күн әйберҙәр менән эшләү курстарын тәжрибәле бизнес-тренер Азамат Юлдашбаев алып бара. “Мосафир” республика брендын булдырыусы Азамат Рәмил улы күндән ҡабатланмаҫ әйберҙәр яһарға ғына өйрәтеп ҡалмай, ҡул эшен һатыу юлдары менән дә бүлешә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Уҡыу Өфөләге “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә булдырылған Кәсеп коворкингында ойошторолдо, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

– Милли проект сиктәрендә эшҡыуарлыҡ буйынса кәсеп коворкингы – яңы шөғөл өйрәнергә һәм уны киләсәктә бизнесҡа әйләндерергә теләгән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең бер төрө ул, – ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

– Бөгөнгө кәсепсе – ҡараңғы подвалда иҫке алъяпҡыста ҡулдары менән ниҙер әтмәләп ултырыусы түгел, ә креатив индустрия вәкиле. Ул заманса һанлы технологияларҙы белә, донъя баҙары менән эш итә. Бөгөн беҙгә ТикТокта ғына миллиондан ашыу кеше яҙылған. Һәр роликты донъяның төрлө тарафынан 40 миллиондан ашыу кеше ҡарай. Әле, иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, һатыу кәмемәне. Беҙ тиҙ арала әмәлен табып, Бәйләнештә, Телеграм платформаларына күстек, Яндекс Дзенды өйрәндек, үҙ сайтыбыҙҙы булдырҙыҡ. Бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа иҫәбебеҙ, башҡалар менән дә тәжрибә уртаҡлашабыҙ, – ти Азамат Юлдашбаев.

Кәсеп коворкингы – дәүләт ярҙамының сағыштырмаса яңы форматы. Ул 2020 йылда “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда барлыҡҡа килә, кәсепсе һәм оҫталарҙы берләштерә. Резиденттар тәбиғи күндән, металдан, ағастан һәм башҡа материалдарҙан этник биҙәүестәр, аксессуарҙар, сувенирҙар етештерә, милли кейем тегә. 20 эш урыны йыһазландырылған, сауҙа шоурумы ойошторолған. Бында шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, презентациялар үткәреү, ял итеү урындары ла бар.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас