+21 °С
Облачно
Милли проекттар
8 Апреля 2022, 09:25

Өҫтәлдәрҙә – тәбиғи ризыҡ

 “Экопрод” ауыл хужалығы етештереү кооперативы Шишмә районының Тәпәреш ауылында урынлашҡан Дамир Иҙиәтуллин фермер хужалығы нигеҙендә булдырылған. Унда быҡтырылған йылҡы ите, ҡаҡланған ҡаҙылыҡ, билмән кеүек ит ярымфабрикаттары  һәм ҡымыҙ етештерелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өҫтәлдәрҙә – тәбиғи ризыҡӨҫтәлдәрҙә – тәбиғи ризыҡ
Өҫтәлдәрҙә – тәбиғи ризыҡ

 “Экопрод” ауыл хужалығы етештереү кооперативы Шишмә районының Тәпәреш ауылында урынлашҡан Дамир Иҙиәтуллин фермер хужалығы нигеҙендә булдырылған. Унда быҡтырылған йылҡы ите, ҡаҡланған ҡаҙылыҡ, билмән кеүек ит ярымфабрикаттары  һәм ҡымыҙ етештерелә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Хужалыҡта 500 баштан ашыу йылҡы малы, 400-ҙән ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, тип хәбәр итә Шишмә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Экопрод” ауыл хужалығы етештереү кооперативы быҡтырылған йылҡы ите, ҡаҡланған ҡаҙылыҡ, билмән кеүек  ит ярымфабрикаттары  һәм ҡымыҙ етештерә. Ҡымыҙ Башҡортостан ҡымыҙсылары традицияларына таянып бары бейә һөтө менән әсетке ҡулланып етештерелә. Быҡтырылған иттәр ҙә СССР заманындағы ГОСТ буйынса әҙерләнә. Уның составында бары ит, һуған, тоҙ, борос һәм лавр япрағы бар. Был ризыҡтар “Фермер утрауы” магазинында һатыла. Кибет ауыл ихатаһына оҡшатып биҙәлгән, тауар өсөн кәштәләр – ағастан, стеналарға ағас йәнлек һүрәттәре эленгән.

Кооператив етештергән ризыҡтарҙа “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе ҡуйылғанлығы уларҙың республикала етештерелгән тәбиғи сеймалдан эшләнгәнен, аҙыҡ-түлектең сифатына һәм хәүефһеҙлегенә ҡуйылған талаптарға яуап биргәнен күрһәтә.

“Экопрод” ауыл хужалығы етештереү кооперативы күп төрлө бүләктәргә, алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ. Ул ауыл, ауыл хакимиәте, район тормошонда әүҙем ҡатнаша, сараларҙа йыш ҡына бағыусы булараҡ сығыш яһай.

Фото – Шишмә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас