

Асҡын районының “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО нормативын тапшырыу ойошторолған. Саралар 6 һәм 13 апрелдә үтә. 7 апрелдә – Упҡанкүл, 14 апрелдә Урмияҙ ауылдарына сығыу ҙа ҡаралған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
ГТО нормативын тапшырыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– ГТО-ның электрон мәғлүмәт базаһында Асҡын районынан 4296 кеше теркәлгән. Улар араһынан 2021 йылда 811 кеше иҫәпләнгән. Йылына 44 тапҡыр ГТО нормалары тапшырыу ойошторолған. ГТО нормативтары 1190 кешенән ҡабул ителгән, был үткән йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда бик яҡшы күрһәткес. 2021 йылда төҙөлгән рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Асҡын районының тест үткәреү үҙәге Башҡортостандағы 63 үҙәк араһында 15-се урында, – ти “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов.
Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.