

Сибай ҡалаһындағы балалар музыка, һынлы сәнғәт һәм сәнғәт мәктәптәренә музыка ҡоралдары, махсус ҡорамалдар һәм башҡа кәрәкле материалдар алынған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Улар араһында дүрт “Соната” фортепианоһы, дүрт “Этюд” баяны, дистанцион рәүештә виртуаль күргәҙмәләр, осрашыуҙар үткәреү өсөн интерактив киоск бар.
“Яңы музыка ҡоралдары балаларға башҡарыу оҫталығын камиллаштырырға, музыканы тағы ла нығыраҡ яратырға, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә яңы еңеүҙәргә ирешергә ярҙам итер”, – ти Балалар музыка мәктәбе директоры И. Хоҙайғолова.
Музыка ҡоралдары “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынды, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Мәҙәниәт” милли проектының өҫтөнлөклө йәүнәлештәренең береһе булып үҙ һәләттәреңде асыу һәм үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү тора. Маҡсатлы күрһәткестәр араһында – балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрен яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар, уҡыу материалдары менән тәьмин итеү.
Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.