

Башҡортостанда ғинуарҙа 2967 сабый донъяға килгән. 2022 йылдың тәүге айында тыуымдың артыуы күҙәтелгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Был һандар үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 84 бәпескә күберәк тыуыуын, йәғни тыуымдың 2,9 процентҡа артығыраҡ булыуын күрһәтә, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республика Волга буйы төбәктәре араһында Марий Эл, Удмуртия, Пенза өлкәһе, Пермь крайынан ҡала бишенсе килә. Халыҡ һанын стабилләштереү һәм уның 2025 йылға 145 миллионға етеүе өсөн шарттар булдырыу – Рәсәйҙең 2025 йылға тиклем демография сәйәсәтенең һәм “Демография” милли проектының маҡсаттарының береһе.
Күрһәтелгән осорҙа республика ғаиләләрендә 983 бәпес баш бала булып донгъяға килгән, был 2021 йыл күрһәткестәренә ҡарағанда 1,7 процентҡа күберәк.
Башҡортостан Дағстан, Чечен республикалары һәм Мәскәү ҡалаһы менән берлектә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса тәүге дүрт субъект иҫәбенә инә, ә Волга буйы төбәктәре араһында алда бара.
Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.