

“Демография” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәм системалы рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнгән граждандар һанын арттырыу.
Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында саңғысылар һаны арта. Ярыштарҙа халыҡ күпләп ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Олокүлдә үткәрелгән ярышта 120-нән ашыу төрлө йәштәге спортсы ҡатнашты.
Сараға ғаилә менән килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Йәштәр, улар араһында мәктәпкәсә йәштәгеләр ҙә бар, 500 метрҙан биш саҡрымға тиклем араға сыҡты. 50 йәштән уҙғандар ҙа ярышта теләп ҡатнашты, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Еңеүселәргә миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Баш судья Радик Аҡманов үткән миҙгелдең саңғы спорты өсөн уңышлы булыуын билдәләне.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.